Кемерово ҡалаһындағы фажиғәнән һуң Башҡортостандың сауҙа үҙәктәрендә тикшереүҙәр уҙғарыласаҡ

Яҡын көндәрҙә Башҡортостандың сауҙа үҙәктәрендә һәм башҡа күпләп халыҡ йыйылған урындарҙа пландан тыш тикшереүҙәр үтәсәк. Был турала Республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә хәбәр иттеләр.

Алданыраҡ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеевтың ҡайғыһын уртаҡлашҡайны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 60-тан ашыу кешенең ғүмерен өҙгән фажиғә 25 мартта, “Зимняя вишня” сауҙа үҙәгендә була. Хәл-ваҡиға урынында әле лә махсус хеҙмәттәр эшләй, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү дауам итә. Енәйәт эше асылған.