Яҙ еттеме әле ул?

Иртәгә, 27 мартта, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә.

Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы республикала төндә -4, -9 градус һалҡын, аяҙытҡанда -14 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ -2 градус һалҡындан +3 градусҡа тиклем йылы.Өфөлә төндә -5, -7 градус һалҡын, көндөҙ 0 тирәһе буласаҡ.

Алдағы ике көндә: 28 мартта ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, 29-ында яуым-төшөмдөң әкренләп кәмеүе, һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ.

Юлдаш радиоһы хәбәр итә.