«Дауа хаҡы». Махсус репортаж

Кисә Кашпировский гипнозы ине, бөгөн тета-хилинг. Сөнки ышаныусылары булғанда, ышандырыусылары табыласаҡ. Тета-аң кимәлендә кеше мейеһенә тәьҫир итеп, йәнәһе уның ҡалыплашҡан фекерҙәрен юйып, ҡурҡыуҙарын алып, тормошон үҙгәртә тигән һүҙ. Йәки, кеше шул сеанстарҙан һуң яңыса йәшәй башлай, тип ышандыралар. Төрлө психологик баҫым, ысулдарын да ҡулланалар. Хәүефе шунда ла, ҡайһы-бер тета-хилерҙар кешене яман шеш кеүек сирҙәрҙән дә һауҡытырам тип вәғәҙәләй. Сирле аҡсаһы бөткәнсе йөрөй ҙә йөрөй, ә аҙаҡтан һуң булыуы мөмкин, ти табиптар. Тета-хилерҙар үҙҙәре лә был тренинг-сеанстарҙың бизнес төрө булыуын йәшермәй. Әгәр ул ялған икән, ни өсөн унда кеше шул тиклем күп йөрөй? Улар халыҡты нисек ылыҡтыра? Һәм ул күпме тора? Гүзәл Ситдиҡованың «Дауа хаҡы» махсус репортажында.

Авторы: Гүзәл Ситдиҡова

Фото №1 - «Дауа хаҡы». Махсус репортаж
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ