“Урал батыр” эпосы яҡут телендә донъя күрҙе

Эпос Саха Республикаһының Дәүләт Йыйылышы (Ил Төмән) башланғысы буйынса, “Халыҡ ҡомартҡылары” проекты сиктәрендә нәшер ителде. Тиражы – 1000 дана.

Фото №1 - “Урал батыр” эпосы яҡут телендә донъя күрҙе

Ошо уңайҙан Яҡут парламенты рәйесе Александр Жирков Башҡортостан парламенты етәксеһе Константин Токачевка ҡотлау ебәрҙе.

Константин Токачев 2017 йылдың декабрендә Башҡортостан менән Саха араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлөү хаҡында белдерҙе. Был килешеү буйынса республикалар закон сығарыу, инвестиция, демография, йәштәр сәйәсәте, социаль һәм рухи үҫеш йүнәлештәрендә бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ