Балыҡ тотоу тыйылған ваҡыт һәм урындар билдәләнде

Волга буйы территориаль идаралығының Башҡортостан буйынса дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һыу ресурстарын һаҡлау бүлеге балыҡ тотоу ҡағиҙәләренә индерелгән үҙгәрештәр тураһында иҫкәртә.

25 апрелдән 5 июнгә тиклем балыҡ тотоу тулыһынса тыйыла. Балыҡ тотоу Павловка һәм Нижнекама һыуһаҡлағыстарында бер балыҡсыға бер ҡармаҡ иҫәбенән генә мөмкин.

15 апрелдән 15 июнгә ҡәҙәр кәмәнән балыҡ тотоу тыйыла.

Ҡармаҡлау бөтөнләй тыйылған балыҡтар исемлегенә лә үҙгәрештәр индерелде: бикре, бағыр, ҡыҙылбалыҡ, бәрҙе һәм уҡбалыҡ. Ҡайһы-бер балыҡтың оҙонлоғо буйынса ла тыйыуҙар бар: ағасаҡ, һыла, һаҙандың оҙонлоғо 40 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш, ҡорман – 28 см, суртан – 32 см, йәйен – 90 см, ҡыҫала – 10 сантиметрҙан оҙонораҡ булырға тейеш.

Яҡтыкүл, Көньяҡ Үләнде күлдәрендә, Нөгөш һыуһаҡлағысында һәм Ағиҙел йылғаһының Илеш, Өфө райондарының айырым урындарында йыл әйләнәһенә балыҡ тотоу тыйыла.