Йондоҙҙарҙы биш бармағы кеүек белә

25 мартта Волгоград ҡалаһында астрономия буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы үтте. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһынан 10 синыф уҡыусыһы еңеүсе тип танылды.

Олимпиада биш көн дауамында барҙы. Унда Рәсәйҙең 41 төбәгенән 200 уҡыусы ҡатнашты.