Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы үтәсәк

Форум 27-29 апрелдә Өфөлә ойошторола. Унда 18-30 йәштәге һәр кем үҙ проектын яҡлап сығыш яһай һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамына дәғүә итә аласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы үтәсәк

Ҡатнашыуҙың төп шарты – проект тәҡдим итеү. Улар киләһе йүнәлеш буйынса ҡабул ителә:

Ирекмәнлек;

Илһөйәрлек тәрбиәләү;

Сәләмәт тормош һәм спорт;

IT, инновациялар, фәнни-техник ижад;

Медиа һәм киң мәғлүмәт саралары;

Мәҙәниәт һәм сәнғәт;

Эшҡуарлыҡ;

Йәштәр сәйәсәте;

Социаль яҡлау һәм социаль адаптация;

Халыҡ-ара мөнәсәбәт һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек.

Сарала ҡатнашыу өсөн Сарала ҡатнашыу өсөн ошо сайтта теркәлеү мотлаҡ. теркәлеү мотлаҡ.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ