Апрелдә һауа температураһы йылдағыса була

Рәсәй гидрометеоүҙәк белдереүенсә, илебеҙҙең күпселлек төбәктәрендә апрель айының һауа торошо алдағы йылдарҙағы нормаларҙан айырылмаясаҡ. Башҡортостан синоптиктары ла быны раҫлай.

Яҙҙың икенсе айында уртаса 3-5 градус йылы булыуы күҙаллана, яуым-төшөм бер аҙ артасаҡ.