Олимпиада Өфөнөң Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында ойошторолдо. Төрлө райондан 126 уҡыусы ҡатнашты.
Уҡыусыларға тест һорауҙарына яуап бирергә, тәҡдим ителгән рәсемдәр буйынса эшләргә һәм эссе яҙырға кәрәк ине.
8-се синыфтар араһында Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Кусимов исемендәге башҡорт гимназияһы һәм Борай районының Ҡайынлыҡ ауылы мәктәбе уҡыусылары еңеүсе тип табылды.
9-сы синыфтар араһында Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернаты һәм Шишмә ауылының 2-се мәктәбе уҡыусылары еңде.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса.





