Стәрлетамаҡта сусҡа киҙеүенән ҡыҙ бала вафат булған

Ошо көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларына сусҡа киҙеүенән вафат булған алты йәшлек ҡыҙ тураһында билдәле булды.

Cityopen.ru порталы хәбәр итеүенсә, ҡыҙыҡай юғары патогенлы АН1N1 вирусынан сирләгән. Уны икенсе төрлө «сусҡа киҙеүе» тип тә йөрөтәләр. Урындағы “Гигиена һәм эпидемология үҙәгендә” был һуңғы ике йыл эсендә теркәлгән тәүге үлем осрағы, тип белдерҙеләр.

Bash.news хәбәрселәренә, хәл-ваҡиғаға яҡын сығанаҡтан, фажиғәле осраҡ тураһында ентекле мәғлүмәт билдәле булды. Бала 26 февралдән 27 февралгә ҡарай төндә үҙен насар тоя башлаған. Әммә дауаханаға ата-әсә 4 көн үткәс, 2 мартта ғына мөрәжәғәт итә. Ҡыҙға вирусҡа ҡаршы прививка яһалмаған булған.

Табиптар баланы станционар дауаланыуға ебәрә, әммә ата-әсәһе уны дауаханаға һалыуҙан баш тарта. Бер тәүлектән һуң, ауырыуҙың 5-се көнөнә, ҡыҙҙың температураһы ныҡ юғары күтәрелә, шуға уны барыбер дауаханаға һалырға тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала 7 мартта вафат була.

– Тышҡы билдәләр буйынса ҡыҙҙың ни менән ауырығанлығы аңлашылмай ине, - тип bash.news әңгәмәсеһе һөйләй, - үлем сәбәбе “пневмония” тип белдерелде. Суд медицина экспертизаһы ғына фажиғәнең ысын сәбәбен асыҡлай.

Bash.news редакцияһы ҡыҙҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.