Ял көндәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының ЮХХДИ бурыслы водителдәрҙең яҙмышын ситлектә ултырған алйырҙан миҫалында күрһәткәйне. Йәнлек шунда уҡ социаль селтәрҙәр йондоҙо булып китте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡ инспекторҙары алйырҙан ситлегенә “Ул штраф түләмәне” яҙыуын йәбештереп видео төшөрҙө һәм социаль селтәрҙәрҙә бүлеште. Бындай сара бик күп водителгә тәҫьир иткән.
Шаяртыу ыңғай баһалар алды һәм алйырҙан яҙмышы яҡшы тамамланһын өсөн, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарихтың дауамын төшөрҙө. Улар йәнлекте амнистия буйынса сығарҙы.
Был бары тик шаяртыу ғына булһа ла, уның тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур. Штраф түләмәгән һәр водитель 15 тәүлеккә бик аҫтына алыныуы ихтимал.






