Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалабыҙға ингән ерҙә өс телдә яҙылған Өфө һүҙе ҡала көнөнә үҙгәртеләсәк.
Был объекттар ШОС һәм БРИКС саммитына арналып, 2015 йылда ҡуйылғайны. Улар шулай оҙаҡ торор тип планлаштырылмаған булған. Ике йылдан ашыу ваҡыт эсендә яҙыуҙар уңған, тәү сағыулығын юғалтҡан. Шуға күрә улар тиҙҙән алмаштырыласаҡ.





