Кемеров өлкәһе губернаторы Аман Тулеев исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:
«Башҡортостан Республикаһы һәм үҙемдең исемдән Кемеров ҡалаһындағы сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге янғынға бәйле ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Был фажиғә, айырыуса балаларҙың һәләк булыуы Башҡортостан халҡын тетрәндерҙе.
Уртаҡ юғалтыуҙы Кемеров халҡы менән бергә кисерәбеҙ»,-тиелә Башҡортостан Башлығының ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһында.





