Кемеров өлкәһендә өс көнлөк матәм иғлан ителде

Сауҙа-күңел асыу үҙәгендә сыҡҡан янғында һәләк булыусыларҙың яҡындарына берәр миллион һум компенсация түләнәсәк. Төбәк губернаторы Аман Тулеев ошо турала белдерә. Кемеровтағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә фажиғә кисә көндөҙ булды. Ут балаларҙың уйын майҙанында сыға һәм бина буйлап тарала, түшәм ишелеп төшә.

Фото №1 - Кемеров өлкәһендә өс көнлөк матәм иғлан ителде

Хоҡуҡ һаҡлау органдары дүрт кешене - сауҙа комплексы директорын, уның урынбаҫарын, сауҙа үҙәгенең бер менеджерын һәм янғын хәүефһеҙлеге системаһын әҙерләүсе компания башлығын ҡулға алған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 64 кеше һәләк булған, эҙләү- ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Янған бина һүтеләсәк. Тәфтиш орандары фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Электр сымдарындағы ҡыҫҡа ялғаныштан тыш, ут төртөү фаразы ла тикшерелә. Генераль прокуратура янғынға илдәге барлыҡ сауҙа күңел асыу үҙәктәрендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше буйынса тикшереү үткәрергә бойорҙо. Бөгөн Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә халыҡ күпләп йыйылған урындарҙы иғтибарға алыу кәрәклеге билдәләнде.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ