Бөгөн иртән Өфөнөң мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә парашют менән һикереүселәрҙең ҡазаға тарыуы тураһында хәбәр килде

Уҡыуҙар легендаһы буйынса, кинәт иҫкән ел уларҙы «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексына табан осорған. Шунда уҡ шәхси состав махсус команда буйынса ғәҙәттән тыш хәл урынына йүнәлтелә.

Дүшәмбе иртәһе Өфө ҡотҡарыусылары өсөн «Йыйын» командаһы иғлан ителеүҙән башланды. Уҡыуҙар легендаһы буйынса, кинәт иҫкән ел парашют менән һикереүселәрҙе маршруттан ситкә алып киткән. Ҡазаға тарыусыларҙың береһе GPS- навигатор буйынса үҙ координаттарын мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә еткергән. Ул шулай уҡ тағы ла бер парашютсының Еңеү паркы янындағы тау саңғыһы битләүенә ҡолап төшөүе тураһында хәбәр итә.

Ҡотҡарыусылар ҡазаға тарыусыларҙы урманда, яр буйында һәм Ағиҙел йылғаһында эҙләне. Төркөмдәрҙең береһе билдәле булған координат буйынса ағаста эленеп торған парашютсыға юлыҡты. Уның йәрәхәтләнеүен иҫәпкә алып ҡотҡарыусыларға бик һаҡ эш итергә тура килде. Улар альпинист кәрәк-яраҡтары ярҙамында ҡазаға тарыусыны ергә төшөрҙө.

Тау саңғыһы битләүенә ҡолаусының да аяғы зыян күргән. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң ҡотҡарыусылар уны санаға һалып бейеклектән төшөрҙө. Ҡалған парашютсыларға килгәндә, уларҙың береһе арматуранан зыян күргән, икенсеһе шаңҡыу хәлендә. Бишенсе осоусыны ҡотҡарыусылар боҙло һыу эсенән сығарҙы.

Ҡотҡарыусылар бындай уҡыуҙарҙың әһәмиәтле булыуын билдәләй. Сөнки тупланған тәжрибә киләсәктә кешеләр ғүмерҙәрен һаҡлауҙа ҙур ярҙам күрһәтер тип көтөлә.

Авторы: Илдар Байбулатов