Был яуаплы һәм кәрәкле эштә ҡала халҡы интерактив тауыш биреү аша ҡатнаша ала. Улар айырыуса ныҡ таушалған, соҡорҙар ҙурайған юл өлөштәре хаҡында хәбәр итә. Мәғлүмәттән сығып, ремонт маршруттары һайлана.
Ҡар иреү менән асылған соҡорҙарҙы руль артындағылар тиҙлекте кәметеп үтергә тырыша.
Ярыла башлаған асфальты юл ремонтлаусылар махсус бысҡы ярҙамында ҡырҡа. Һуңынан был юл өлөшө өрҙөрөлөп бысраҡтан һәм ваҡ таштарҙан таҙартыла.
Иң һуңынан шыйыҡ асфальт массаһы ҡойола. Һауа температураһы түбән булғанда был ысул ҡулланыла. Ул үҙе үк соҡор формаһын ҡаплай һәм ике сәғәттән ҡата.
Тоннаға яҡын шыйыҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһы рециклерҙарҙа ремонт башҡарылған нөктәгә килтерелә. Ҡатнашма ҡатмаһын өсөн был ҡорамалда йылылыҡ 190 градус тәшкил итә.
Өфө эргәһендә урынлашҡан асфальт заводы кисә генә эшләй башлаған. Тәүге тонна ярым шыйыҡ асфальт Менделеев урамындағы соҡорҙарҙы ямауҙа ҡулланылған. Яҡын киләсәктә Совет районында ғына өс мең квадрат метр юл ҡатламы ремонтланасаҡ.
Александр Дворников, Өфөнөң Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалығы етәксеһе урынбаҫары: «Баш ҡаланың Совет районы буйынса 500 тонна шыйыҡ һәм 500 000 тонна бөртөклө асфальтҡа килешеү төҙөгәнбеҙ. Шыйыҡ асфальтта битум күберәк ҡулланыла, уны каток менән шымартырға кәрәкмәй, ә бөртөклө асфальтты көндәр йылытҡас ҡуллана башлайбыҙ».
Әммә соҡор ямау менән килешмәүселәр ҙә бар. Күп водителдәр фекеренсә, был бушҡа ваҡыт һәм аҡса сарыф итеү
Шамил Сәйфуллин: «Минең уйымса, соҡор ремотлау бик насар, ирекһеҙҙән күрелгән сара тип уйлайым, аҡсаны елгә осороу».
Әммә үҙҙәрен тәнҡитләүселәргә юл ремонтлаусылар: башҡа тиҙ һәм арзан ысул юҡ, тип яуаплай һәм ремонт эштәрен алып барғанда тыуҙырылған ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтарға атоһәүәҫкәрҙәрҙән түҙем, сабыр булыуҙарын үтенә. Өҫтәүенә, быйылдан һәр гражданин Өфөнөң рәсми сайтында юлдағы етешһеҙлектәрҙе күрһәтә ала.
Көндәр йылыныу менән юл ремонтлаусылар бөртөклө асфальт ҡуллана башлаясаҡ. Тимәк, йәйге миҙгелдә лә соҡорҙарҙы ремонтлау өҙлөкһөҙ алып барыласаҡ. Тик яңы түшәлгән асфальтты ҡойма ямғырҙар ғына йыуып китмәһен.





