«Дуҫлыҡ строй» торлаҡ-төҙөлөш кооперативының элеккке етәкселеге дүрт йылға иркенән мәхрүм ителде

Бөгөн Өфөнөң Киров районы суды «Дуҫлыҡ строй» кооперативының элекке рәйесе Рәзиф Әбдрәшитов менән «Энерготехсервис» подряд ойошмаһы директоры Андрей Чеботаревҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Улар суд залында уҡ ҡулға алынды. Хөкөм ителеүселәрҙең икәүһе лә дөйөм режимдағы колонияла 4 йыл үткәрергә тейеш. Уның ике йылы судтар менән үтеп киткән. Рәзиф Әбдрәшитов менән Андрей Чеботарев Рәсәй «Енәйәт» кодексының 159-сы статьяһы, йәғни ҙур күләмдә мутлашыу буйынса ғәйепләнә. Тәфтишселәр фекеренсә, улар кооперативҡа нигеҙ һалыусы Валерий Денисов менән бергә 2009-2015 йылдарҙа 100-гә яҡын пайсының Киров урамындағы йортта фатир алыу өсөн тәғәйенләнгән 300 миллион һум тирәһе аҡсаһын үҙләштергән. 2010 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейешле торлаҡта төҙөлөш ете йыл элек туҡтаған, уның ҡоро стеналары ғына бар.

Фото №1 - «Дуҫлыҡ строй» торлаҡ-төҙөлөш кооперативының элеккке етәкселеге дүрт йылға иркенән мәхрүм ителде

Киров урамында фатир алыу өсөн аҡсаһын һалған пайсылар 100-гә яҡын. Бынан тыш, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе төҙөүселәр бар. Улар фекеренсә, иң мөһиме объекттың сафҡа индерелеүе. Сөнки күптәр әлегә тиклем кеше тупһаһында йәшәргә мәжбүр. Ҡәнзиә Нагаева торлаҡты улы башлы-күҙле булһа тип ала, әммә йылдар үтә, ә фатир юҡ тип ҡайғыра ул.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ