Иглин районының «Агро-Весна» ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы баҫыу эштәренә тулыһынса әҙер

Был хаҡта райондың үҙйөрөшлө техникаһын һәм уларға тағылмаларҙың торошон тикшергән махсус комиссия белдерҙе.

Хужалыҡ етәксеһе билдәләүенсә, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек ҡыш дауамында бара. Был механизаторҙарға кәрәкле техниканы ваҡытында ремонтлау, яҡшылап ҡарау мөмкинлеген бирә. Быйыл ауыл хужалығы предприятиеһы 500-шәр гектар майҙанға гәрсис, етен, бойҙай, ә ике йөҙөнә арпа сәсергә ниәтләй. Шулай уҡ йылдағыса үҫтерелгән ҡарабойҙаға ла ҙур өҫтөнлөк бирелә. Комиссия ағзалары район буйынса баҫыу эштәренә сығарыласаҡ техниканың 50 процентының торошо яҡшы тип баһалай.

Авторы: Фәниә Юланова