Технологтар рецепттарында аҡһымға бай тритикале ҡуллана башлаған. Был иген культураһы файҙалы сифаттары менән киң билдәле.
Сит илдәрҙән айырмалы, Рәсәйҙә тритикале ононан икмәк бешереү менән шөғөлләнеүселәр күп түгел. Ниһайәт, Башҡортостанда был йүнәлештә эш йәнләнер тип көтөлә. Өфөләге цехтарҙың береһендә идеяны тормошҡа ашырыу өсөн махсус ҡорамалдар һатып алына. Технологтар, тәү сиратта, 300 грамлыҡ был буханка шәкәр диабетынан яфаланыусылар өсөн файҙалы булыуын билдәләй. Сөнки күптәр махсус диетала ултыра, ә тритикале икмәгенең бәләкәй генә телеме лә ныҡ туҡлыҡлы.
Оксана Коваль, технолог: «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был иген культураһынан ҡалмыҡ икмәге етештерелә. Ул башлыса Ленинградҡа ебәрелә. Блокада ваҡытында ҡалмыҡтар етештерегән продукт меңдәрсә генә түгел, миллиондарса кеше ғүмерен ҡотҡара. Тритикале ононан бешерелегән икмәк оҙаҡ һаҡлана һәм күгәреү ихтималлығы ла түбән».
Майҙа икмәк бешереү цехында был төр продукцияны күпләп бешерелә башлаясаҡ. «Башҡортостанда тритикале культураһының киләсәге ҙур»,-ти белгестәр. Сөнки ул һыуыҡҡа ла, картуф ауырыуҙарына ла бирешмәй. Бер буханка хаҡы икмәккә булған уртаса хаҡтан артмай. Шулай уҡ Өфө дәүләт нефть технология университеты ғалимдары билдәләүенсә, был икмәк рецебына үҫемлек сеймалынан, прополистан алынған төрлө компоненттарҙы ҡушыу продукттың физик һәм файҙалы сифаттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.





