Бер быуатлыҡ юбилейға республикала 100 объект проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

Программала Туймазы ҡала-районы ла ҡатнаша. Төбәктең Ҡандра ауылында мәҫәлән, тиҙҙән өр-яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Эш барышы менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

Фото №1 - Бер быуатлыҡ юбилейға республикала 100 объект проекты уңышлы тормошҡа ашырыла

25 метр оҙонлоҡтағы бассейн балаларҙы ҡабул итергә әҙер тиһәң дә була. Һыу тултырылған. Комплекс мөмкинлектәре менән йәш спортсылар ғына түгел, урындағы халыҡ та файҙалана ала. Объектты йылдың икенсе кварталында тапшырыу күҙаллана. Әле бинаны биҙәкләү эштәре тамамланыу алдында.

Туймазы районы Ҡандра ауылында тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ объектта заманса уңайлыҡтар тыуҙырылған. Айырым уҡыу-уҡытыу бүлмәләре лә бар. Ул «100 йыллыҡҡа - 100 объект» программаһы ингән. Әйткәндәй, проектта төбәктең бер юлы дүрт социаль объекты ҡатнаша. Улар Туймазы ҡалаһындағы йылылыҡ селтәре, балалар поликлиникаһы һәм «Туймазы-Арена» универсаль спорт комплексы.

Былтыр рәсми рәүештә эш башлаған «Туймазы-Арена» боҙ һарайы үҙ эшен аҡлаған. Көн дә тиерлек урында спорт ярыштары үтә. Әле лә туймазылар Сыуаш республикаһы спортсыларына ҡаршы уйнай.

«Туймазы-Арена»ға көн һайын 700-ҙән ашыу кеше килә. Бында ике дөйөм белем биреү мәк­тәбе уҡыусылары өсөн физкультура дәрестәре үткәрелә. Боҙ һарайы нигеҙендә эшләгән спорт мәктәбендә 787 бала шөғөлләнә. Былтыр комплексҡа танылған совет хоккейсыһы һәм тренеры, спорт комментаторы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Сергей Ғимаевтың исеме бирелгән.

Туймазылар яңы Спорт һарайында минифутбол буйынса республика чемпионатын үткәреүгә лә өлгөргән. Беренсе урынға, майҙан хужалары лайыҡ булған. Шулай ҙа ҙур еңеүҙәр алда әле, ти спорт мәктәбе етәкселеге.

Волна
Акции БСТ