Стәрлетамаҡ районында янғында ике ир һәләк булған

Янғын 27 март төнөн сыға.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ районында янғында ике ир һәләк булған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Стәрлетамаҡ районының Айгөл ауылындағы янғын тураһында 01:44 сәғәттә хәбәр килә. Фажиғә урынына туғыҙ ҡотҡарыусы юллана.

Ут һүндергән мәлдә ике ир мәйете табыла. Береһе 61 йәшлек ир икәнлеге асыҡлана, икенсеһен әлегә таный алмағандар. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ