Билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева бөгөн үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.
Мәрйәм Бураҡаева 1965 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Ул студент йылдарынан уҡ ижад итә башлай.
М.Бураҡаева хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ башлай, аҙаҡ төрлө йылдарҙа журналист, милли мәктәптәр инспекторы булып эшләй. Артабан – профессиональ яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре.
1975 йылда “Һүнмәҫ нурҙар” исемле тәүге китабы донъя күрә, аҙаҡ “Шишмә”, “Йәнтөйәк”, “Һылыуҡай”, “Илмәнтау легендаһы”, “Арғымаҡ” китаптары баҫтырыла.
Мәрйәм Бураҡаева “Тормош һабаҡтары” дәреслеге авторы, шулай уҡ балалар өсөн “Йәйләү” йәйге лагерын ойоштороусы.
Ошо көндәрҙә яҙыусыны юбилейы менән Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы. Ә 2 мартта ул “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы еңеүсеһе тип билдәләнде.





