Башҡортостанда өс йәшлек бала янғында вафат булған

Фажиғә үткән дүшәмбе, 26 мартта, Иглин ауылында була.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Мушников урамындағы янғын тураһында 13:16 сәғәттә хәбәр килә. Хәл-ваҡиға урынына һигеҙ ҡотҡарыусы һәм дүрт махсус техника йүнәлә. Ут ҡырҡ минуттан һуң һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусы бар.

Республика Тәфтиш комитеты мәғлүмәте буйынса, хужабикә сабый балаһын һәм биш йәшлек ҡыҙы менән дүрт йәшлек улын алып урамға сыға, ә өйҙә ҡалған өс йәшлек малайҙы ҡотҡарып өлгөрөп булмай. Бала утты һүндергәндән һуң ғына табыла. Ғаилә тулы, яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлана.

Әлеге ваҡытта фажиғанең барлыҡ деталдәре асыҡлана. Тикшереү эштәренән һуң енәйәт эше асыу буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.