“Салауат Юлаев” һәм “Трактор” уйынды тынлыҡ минутынан башлаясаҡ

Кемерово ҡалаһындағы фажиғағә бәйле, Көньяҡ конференцияһының етенсе ярым финал уйыны матәм минутынан башланасаҡ. Бындай ҡарарҙы “Салауат Юлаев” һәм “Трактор” уйынсылары ҡабул итте.

Матәм иғлан ителеү сәбәпле, уйын күңел асыуһыҙ үтәсәк, йәғни матчта ҡеүәтләү төркөмө, музыкаль пауза һәм шоу-программа булмаясаҡ. Өфө командаһы көйәрмәндәре лә уйындың тәүге ике минутында шауламаҫҡа вәғәҙә бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Салауат Юлаев” һәм “Трактор” хоккей командалары уйыны бөгөн, 27 мартта, 19:00 сәғәттә “Өфө аренала” уҙғарыла.

Тура трансляцияны “БСТ” каналында ҡарай алаһығыҙ.