Америкала фикус менән ҡатын өйләнешкән

Тропик ағастың тамырҙары шәхси милеккә үҫеп үткәне өсөн уға ҡырҡыу хәүефе янаған. Үҫемлекте һәләкәттән ҡотҡарыр өсөн ҡатын ағас менән никахҡа ингән.

Фото №1 - Америкала фикус менән ҡатын өйләнешкән

Туй тантанаһы фикус янында, паркта уҙғарылған. Килгән ҡунаҡтар үҙҙәре менән торт һәм гөлләмәләр алған, ә балдаҡтарҙы уларға Бәләкәй Айыу исемле эт килтергән. Ағас ҡатыны, әгәр уны сабып ташлаһалар, мин тол ҡатын булып ҡаласаҡмын, тип шаярта.

Бындай никахтан һуң, урындағы чиновниктар фикустың именлеге хаҡында уйларға вәғәҙә биргән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ