Башҡортостанда 68 йәшлек ҡатын хәбәрһеҙ юғалған

Туймазы ҡалаһында хәбәрһеҙ юғалған Римма Латыпованы эҙләйҙәр.

Фото №1 - Башҡортостанда 68 йәшлек ҡатын хәбәрһеҙ юғалған

Римма 23 мартта өйөнән сығып киткән, шунан бирле унан бер хәбәр ҙә ишетелмәй.

Ҡатындың ҡылыҡһырламаһы: буйы 160 сантиметр, уртаса буйлы, ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Юғалған көндө ул ҡара тун, һоро күн шапка, быйма кейгән булған.

Әгәр һеҙ Римма Латыпова тураһында берәй мәғлүмәт белһәгеҙ 8 800 700 54 52 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала (“Лиза Алерт” ирекмәндәре).

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ