Башҡортостан трассаһында ҡот осҡос аварияла бер кеше һәләк булған

Бөгөн, 27 мартта, Белорет районында ҡурҡыныс авария теркәлгән.

Фото №1 - Башҡортостан трассаһында ҡот осҡос аварияла бер кеше һәләк булған

Республика Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, аврия Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автотрассаһының 135-се саҡрымында була. Силәбе өлкәһенән 47 йәшлек ГАЗ водителе КамАЗ менән бәрелешә. КамАЗ руле артында 32 йәшлек Белорет кешеһе булған. Һөҙөмтәлә ГАЗ водителе һәләк була.

Әлеге ваҡытта фажиғә урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй, авария сәбәптәрен асыҡлай.

Фото №2 - Башҡортостан трассаһында ҡот осҡос аварияла бер кеше һәләк булған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ