Иртәгә, 28 мартта, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ҡар йәки ямғыр яуыуы көтөлә, айырым юл участкаларында боҙлауыҡ.
Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы республикала төндә -3, -8 градус һалҡын, көндөҙ -1 градус һалҡындан +3 градусҡа тиклем йылы. Өфөлә төндә -4, -6 градус һалҡын, көндөҙ +1, +3 градус йылы.
Алдағы ике көндөң һалҡынса булыуы, урыны менән ҡар яуыуы көтөлә.
Юлдаш радиоһы мәғлүмәте буйынса.




