Хәүефле сигнал алыу менән ваҡиға урынына янғын һүндереү отряды килеп етә. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында янғын һүндереүселәр эшләй, сәбәптәр асыҡлана.
Ришат Мансуров, янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең 22-се отряды етәксеһе: «Беҙ килгәнсе таҡтанан эшләнгән верандаға ут тоҡанған ине. Дүрт фатирлы йортта яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 7 кеше теркәлгән, әлеге ваҡытта бер бала һәм дүрт өлкән кеше эвакуацияланды».
Шаһиттар билдәләүенсә, янғын беренсе ҡаттағы бикле фатирҙан башҡа ҡаттарға ла таралған. Төтөн еҫен тойоү менән күрше фатирҙарҙа йәшәүселәр документтарын һәм ҡайһы бер әйберҙәрен сығарып өлгөргән.





