Райондарҙы берләштереүсе моң

Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Нуриман районының үҙешмәкәр коллективтары гастролгә сығып, иглиндәргә ҙур концерт бүләк итте.

Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә улар халыҡ йырҙарын башҡарҙы, заманса бейеүҙәр ҡуйҙы, тамашасыларҙы артислыҡ һәләттәре һәм сағыу костюмдары менән һөйөндөрҙө. Залда ултырыусыларҙың барыһының да эшмәкәрлеге сәнғәт, мәҙәниәт өлкәләре менән бәйле ине. Нуримандар Иглин ауылында йәшәүсе коллегаларын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, музыкаль күстәнәстәре менән ҡыуандырҙы, шулай уҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күптәргә район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды

Былтыр Иглин районы мәҙәни усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыуға яҡынса ике миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был суммаға Охлебинин, Надеждин, Таутөмән ауыл клубтарында ремонт яһала. Быйыл төбәктә «Алып барыусылар мәктәбе»н, яңы халыҡ бейеүҙәре коллективын ойоштороу планлаштырылған. Ун йылдан ашыу урындағы мәҙәниәт һарайында режиссер булып эшләгән Гөлшат Һибәтова билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа талантлы йәштәр арта. «Өлгөлө» һәм «Халыҡ» исемен йөрөткән тиҫтәгә яҡын коллективтың йыл һайын республика кимәлендә ойошторолған ижади конкурстарҙа призлы урындар яулауы ла ҡыуаныслы күренештәрҙең береһе.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина