1 апрелдә Халыҡ-ара ҡоштар көнө билдәләнә

Байрам алдынан Өфөнөң «Ватан» этнопаркында акция ойошторола. Программала ҡыҙыҡлы уйындар, сыйырсыҡ ояларын эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, викторина, һүрәттәр конкурсы уҙғарыу ҡаралған. Сарала һәр кем ҡатнаша ала. Акцияла орнитологтар быйыл Башҡортостанда ҡышлауға нисә төр ҡош ҡалыуы, уларҙың һалҡындарҙы республиканың ҡайһы төбәктәрендә уҙғарыуы буйынса сығыш яһаясаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанда 200 йыл элек ҡышлаған ҡоштарҙың тағы ла өс төрө ҡалыуы күҙәтелгән. Әле көньяҡтан ҡыҙылтүш турғайҙар, ҡарғалар һәм башҡа ҡоштар ҡайтҡан.

Авторы: Фәниә Юланова