Башҡортостанда сәләмәтлек аҙнаһы үткәрелә

3 апрелдән 6 апрелгә тиклем Өфөлә “Башҡортостан Респубдикаһында сәләмәтлек аҙнаһы” медицина форумы ойоштороласаҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда сәләмәтлек аҙнаһы үткәрелә

Аҙналыҡ сиктәрендә ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмә салонында һәм башҡа ҡала майҙансыҡтарында түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмәләр ойошторола.

Мәҫәлән, 3-5 апрелдә ВДНХ-ЭКСПО майҙанында “Диагностика”, “Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы”, “Кардиомодуль”, “Стоматология” тикшереү үҙәктәре бушлай эшләйәсәк.

Унда теләгән һәр кем табиптар менән кәңәшләшә аласаҡ.

Шулай уҡ “Донор бул”, “ВИЧ-статусыңды бел” кеүек акциялар ҙа ойошторола.

Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында..

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ