Октябрь ҡалаһы егете мутлашыусылар ҡапҡанына эләккән

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, алданған ир курьер булып эшләгән.

Егет интернетта үҙен курьер булараҡ танытҡан. Уға билдәһеҙ ҡатын шылтыратып бер адресҡа шарап, кәнфит һәм ул биргән банк номерына 7200 һум аҡса һалырға һораған. Курьер аҡса ебәргән, ә әйтелгән адресҡа барып еткәс, унда бер ниндәй ҙә курьер саҡыртмауҙары тураһында белеп ҡалған. Шылтыратҡан ҡатын телефонын алмай.

Әлеге ваҡытта мутлашыусыны эҙләү эштәре бара. Енәйәт эше асылған.