Өфөлә “Уттарҙы таланттар ҡабыҙа” фестиваленә һайлап алыу туры үтә

Һайлап алыу туры 28-30 мартта “Өфө уттары” күңел асыу комплексында уҙғарыла. Конкурстың төп маҡсаты – һәләтле йәштәрҙе һәм балаларҙы ҡеүәтләү.

Фото №1 - Өфөлә “Уттарҙы таланттар ҡабыҙа” фестиваленә һайлап алыу туры үтә

Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, проект социаль әһәмиәткә эйә. Фестивалдә физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм йәштәр, шулай уҡ Башҡортостандың балалар йорто, махсус интернат тәрбиәләүселәре ҡатнаша ала.

Конкурстың программаһы:

28.03.2018 й. – 17:00-20:00 – һайлап алыу туры;

29.03.2018 й. – 17:00-20:00 – һайлап алыу туры;

30.03.2018 й. – 13:00-14:00 – еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы.

Һәр ҡатнашыусы диплом менән бүләкләнә, еңеүселәргә лауреат исеме һәм кубок бирелә.

Фото: Өфө ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ