Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа үҙәгендә вафат булғандарҙы һуңғы юлға оҙаталар

Бөгөн 13 кешене ерләйҙәр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын ваҡытында 64 кеше һәләк булды, уларҙың күбеһе балалар.

Фото №1 - Кемероволағы “Ҡышҡы сейә” сауҙа үҙәгендә вафат булғандарҙы һуңғы юлға оҙаталар

Фажиғә ҡорбандарын Киров, Ҡояшлы, Үҙәк №2 һәм Үҙәк №5 зыяраттарында ерләйҙәр.

Кисә хәл-ваҡиға урынына Рәсәй Президенты Влаимир Путин барҙы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучков бинаны ҡарағандан һуң уны емереү тураһында иғлан итте. Сауҙа үҙәге урынына киләсәктә нимә төҙөләсәген ҡала халҡы хәл итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ