Баш ҡалабыҙҙың Киров районында актив рәүештә урамдарҙы ҡарҙан таҙарталар.
Уҙған төндә район урамдарында 36 берәмек техника һәм 10 кеше эшләне. Ҙур иғтибар күпләп халыҡ йыйылған урындарға бүленә. Ҡала урамдарын көрттән бушатыу өсөн ҡар махсус полигонға сығарыла. Тәүлек эсендә 1860 кубометр ҡар сығарылды. Әлеге ваҡытта ҡар көрәү эштәре дауам итә.
Төрлө предприятие хеҙмәткәрҙәре ойошмаға ҡараған биләмәне үҙҙәре таҙаларға тейеш. Шулай уҡ ҡыйыҡтарҙы ла ваҡытында ҡарҙан таҙартыу кәрәклеге тураһында иҫкәртелә.




