Өфөлә локаль һуғыш инвалидына фатир бирмәгәндәр

Ир Чечен һуғышында ҡатнашып зәғифләнеп ҡайтҡан. Уның хоҡуҡтарын Башҡортостан республикаһы прокуратураһы яҡлай.

Фото №1 - Өфөлә локаль һуғыш инвалидына фатир бирмәгәндәр

36 йәшлек ир Тәтешле районында йәшәгән һәм шунда уҡ торлаҡ алыуҙа сиратта торған. Сәләмәтлеген хәстәрләп ул Өфөгә күсә һәм бында ҡуртымға фатир биләп йәшәй. Урындағы чиновниктар уны Өфөнән фатир алыр өсөн генә йәшәү шарттарын хөртәйткән тип ярҙамдан баш тартҡан.

Прокурор был һорауҙы ҡарар өсөн эште судҡа ебәрә. Суд талаптарҙы ҡабул итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ