Туймазы районы прокуратураһы “Инициатива Плюс” ЯСЙ эшселәре алдында йыйылған бурысты түләтте.
Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 81 эшсегә ғинуар айы өсөн эш хаҡы түләнмәгән булған. Бурыс суммаһы 1,1 млн һум. Һөҙөмтәлә бөтәһе лә эш хаҡын алды. Фирма директорына 40 000 һумлыҡ штраф һалынған.




