“Тере классика” конкурсы финалында Башҡортостан республикаһын яҡлар өсөн уҡыусылар көс һынаша

Башҡортостанда “Тере классика” конкурсының төбәк туры уҙғарыла. Унда 140 бала ҡатнашасаҡ.

Фото №1 - “Тере классика” конкурсы финалында Башҡортостан республикаһын яҡлар өсөн уҡыусылар көс һынаша

10-17 йәштәге уҡыусылар өс төркөмгә бүленеп көс һынаша, һәр береһендә берешәр еңеүсе билдәләнә. Ҡатнашыусыларға мәктәп программаһына инмәгән әҫәрҙән өҙөк уҡырға кәрәк. Конкурстың Интернеттағы рәсми төркөмөндә, балаларға ярҙамға, тип китаптар исемлеге тәҡдим ителгәйне, тип “Башиинформ” хәбәр итә.

Һайлап алыу туры Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында 30 мартта старт ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ