Өфө ҡалаһы хакимиәтендә чиновниктарҙың кейеме тәнҡитләнде. Хакимиәт башлығы фекеренсә, мэрия хеҙмәткәрҙәре затлы кейенә.
Аҙналыҡ кәңәшмәлә ҡала чиновниктарының тышҡы ҡиәфәте буйынса һорау күтәрелде. Ҡала етәкселеге Өфөләге дизайнерҙарҙың да матур әйберҙәре күп, хаҡтары ла юғары түгел, тип билдәләне.
Иң ҙур ҡәнәғәтһеҙлекте чиновниктар кейемендәге НАТО, йәки Рәсәйгә ҡаршы санкциялар ҡабул иткән илдәрҙең символикалары тыуҙырҙы. Бер кем дә чиновниктарға башҡа кейемде көсләп кейҙермәй, әммә барыбер илһөйәрлек тураһында уйланырға кәрәк.




