Мунса төҙөр өсөн бура урлаған

Шишмә районында бура урлауҙа ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Бур үҙ биләмәһендә мунса төҙөргә йыйынған.

Фото №1 - Мунса төҙөр өсөн бура урлаған

БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урындағы полиция хеҙмәтенә бура юғалыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итәләр. Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала ғәйепләнеүсенең эҙенә төшә. Бура ҡарағы төҙөлөш материалын еңел автомобиль арбаһы ярҙамында ташып алған. Тикшереү барышында ғәйепләнеүсенең ихатаһында ысынлап та бура табыла. Ул ҡабаттан хужаһына ҡайтарыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ