Кемероволағы фажиғә сәбәбе – балаларҙың “ҡоро” бассейны яныуы

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы “Ҡышҡы сейә” сауҙа комплексында янғын сығыу сәбәбен асыҡланы. Фажиғә ут төртөүҙән башланған.

Фото №1 - Кемероволағы фажиғә сәбәбе – балаларҙың “ҡоро” бассейны яныуы

Mash телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, янғын балалар майҙансығында торған “ҡоро” бассейнда башлана. Аҙаҡ, ут, түбәнән төшөп торған селтәргә эләгә, унан һуң скалолаздар стенаһына күсә. Бинаны шунда уҡ әсе төтөн ҡаплай, ә ут электр сымдарын өтөп барлыҡ электрониканы һүндерә. Сауҙа үҙәгендә ҡауға башлана.

Уттың тиҙ таралыуына түбәнән төшкән арҡандар ҙа ярҙам иткән, тип иҫәпләй белгестәр. Янғын сыҡҡандан һуң улар эҫе һауа тулҡынына бирелеп, төрлө яҡтарға осоп, утты тарата. Янғындың дөрләп китеүенә вентиляция ҙур йоҙонто яһай: һауа ағымы аҫтында ут көсәйә һәм тарала башлай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә һөҙөмтәһендә 64 кеше һәләк булды.

Өфөлә бөгөн вафат булғандарҙы иҫкә алыу акцияһы ойошторолдо, был акцияға Стәрлетамаҡ ҡалаһы ла ҡушылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ