Башҡортостандың М5 трасссаһында ҡот осҡос авария

Бөгөн, 28 мартта, Ҡандра ҡасабаһы янында ҡурҡыныс авария теркәлгән.

Еңел автомобиль ҙур йөктәр ташырға тәғәйенләнгән машина менән бәрелешә. Бәхеткә күрә, бөтәһе лә тере, әммә яраланыусылар бар.

Һауа торошо боҙолоу сәбәпле, ЮХХДИ хеҙмәте республика халҡына мөрәжәғәт итә:

“Бөтә водителдәр һәм йәйәүлеләр ныҡ иғтибарлы булырға тейеш. Барыһы ла тиҙлек һәм дистанция һаҡлауҙан һәм иғтибарлы булыуҙан тора”.

Фото: социаль селтәрҙәр.