Башҡортостанда бөгөн һәм иртәгә һауа торошо насарая, тип иҫкәртә республика синоптиктары. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
Иртәгә, 29 мартта республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, епшек ҡар һәм ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп, талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһының республикала төндә -4,-9, аяҙытҡанда -11, -16 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, көндөҙ 0, -5, Өфөлә төндә -8,-10, көндөҙ 0, -2 градус һалҡын булыуы күҙаллана.




