Башҡортостан уҡсылары көмөш яуланы

Тула өлкәһендә хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар араһында уҡтан атыу чемпионаты уҙғарылды. Ярышҡа Рәсәйҙең 17 төбәгенән 78 уҡсы йыйылды.

Фото №1 - Башҡортостан уҡсылары көмөш яуланы

Башҡортостан спортсылары Артем Шангуров һәм Зинира Кибиткина көмөш миҙалдар яуланы.

Башҡортостан йыйылма командаһында, шулай уҡ Айҙар Шәһиев һәм Николай Кибиткин ҡатнашты.

Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы матбуғат-хеҙмәте.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ