20 йәшкә тиклемге уйынсыларҙан торған милли командаға бер ыңғайы өс уйынсы саҡыртылды.
Ил намыҫын Александр Оськин, Даниил Тарасов һәм Даниил Скориков яҡлаясаҡ.
Тағы шуны билдәләп үтәбеҙ: 10 йәш хоккейсы Нефтекама ҡалаһының "Торос” командаһына үҙен һынап ҡарарға ебәреләсәк. Һайлап алынған спортсылар Юғары лигала уйнаясаҡ.




