Башҡортостанда террорға ҡаршы комиссияһының ҡарарҙарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ тураһында закон ҡабул ителде

Хәҙер был эш өсөн административ штраф һалынасаҡ.

Террорға ҡаршы комиссияның ҡарарҙарын үтәмәгән өсөн граждандарға – 1 мең һумдан 3 мең һумға тиклем, вазифалы шәхестәргә – 10 мең һумдан 20 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем штраф билдәләү тәҡдим ителә.

Ҡабаттан хоҡуҡ боҙоу өсөн штрафтар күләме юғары: граждандарға – 4 мең һумдан 5 мең һумға тиклем, вазифалы шәхестәргә – 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә – 80 мең һумдан 100 мең һумға тиклем.

Был штрафтар Закон үҙ көсөнә ингәс, ҡанун рәсми баҫып сыҡҡан көндән һуң 10 көн үткәс эшләй башлай, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат-хеҙмәте.