Өфөнөң Мәшғүллек үҙәгендә, 29 мартта, һаулыҡтары сикләнгән граждандар өсөн һөнәр йәрминкәһе уҙғарыла.
Башҡортостанда инвалидтар өсөн эш урындары күп тәҡдим ителә. Йәрминкәлә шулай уҡ бушлай консультациялар ойошторола.
Сара 29 мартта, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса, 10:00-12:00 сәғәттә үткәрелә.




