44-се мәктәп Революция урамында урынлашҡан. Белгестәр фекеренсә, был уҡыу йорто бинаһы хәүефле хәлдә.
44-се мәктәп инде бер-нисә ай ябыҡ, уҡыусылары эргә-тирәлә урынлашҡан башҡа белем усаҡтарына йөрөй. Башта, ҡала хакимиәте, был бинаны ремонтларға иҫәп тотҡайны, әммә “БашНИИстрой” компанияһы башҡа ҡарар сығарҙы: мәктәпте емереп урынына яңыны төҙөү - дөрөҫөрәк.
Киләсәктә был урында дүрт корпустан торған яңы мәктәп төҙөләсәк, тип хәбәр итә Өфө хакимиәте.




