Ошо көндәрҙә законһыҙ рәүештә тотолған балыҡҡтарҙы һатыуҙан алыу өсөн тикшереү эштәре башҡарылды. Әгәр һатыусыларҙың продукттың хәүефһеҙлеге һәм уның килеп сығышы хаҡында документтары булмаһа, балыҡ тартып алынған.
Закон буйынса, балыҡсыллыҡҡа рөхсәте булмаған граждандар тотҡан балыҡты һата алмай. Тикшереү һөҙөмтәһендә 200 кг ашыу балыҡ һатыуҙан алынды.
Браконьерҙар тауары юҡ ителде. Был йүнәлештәге эштәр дауам ителәсәк.




